Фидан Ғафаров – Өфөнөң почетлы гражданы

Фидан Ғафаров – Өфөнөң почетлы гражданы

М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры, Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге БР дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры «Өфө ҡалаһының почетлы гражданы» исеменә лайыҡ булды.

Бөгөн, 23 июндә Ҡала советы ултырышында ҡотлау тантанаһы үтте. Танытманы Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин тапшырҙы. Әйткәндәй, яратҡан актер ултырышҡа стилләштерелгән башҡорт эшлекле костюмында килде.

Фидан Ғафаров – күптәрҙең яратҡан артисы.  55 йыл театрҙа эшләү осоронда йөҙҙән ашыу сағыу образдар тыуҙырҙы. Уның башҡарыуында спектаклдәр йырҙары халыҡ мөхәббәтен яуланы.  

Фидан Сафа улын ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Уға ныҡлы һаулыҡ һәм ижади уңыштар теләйбеҙ!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb