Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры кескәй тамашасылар өсөн өр-яңы әкиәт әҙерләгән

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры  кескәй тамашасылар өсөн өр-яңы әкиәт әҙерләгән

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры йылдағыса кескәй тамашасылар өсөн өр-яңы әкиәт әҙерләгән. Ижади коллектив әйтеүенсә, быйылғы сәхнә әҫәрен балалар еңел ҡабул итә. Сөнки спектаклдә улар яратып уйнаған уйынсыҡтар ҡатнаша.

Кескәй тамашасылар изгелек менән яуызлыҡтың көрәшен күҙәтә. Бары тик тыңлаусан, ярҙамсыл булғанда ғына Ҡыш бабай килеп, бүләктәр өләшеүенә ышана. Уйынсыҡтар мажараларына ҡарап, тамашасы залынан уҡ улар дөрөҫ юлдан барырға, һорауҙарға яуаптар ҡайтарырға тырыша. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында күңелле тамаша 8 ғинуарға тиклем дауам итә. Әкиәттән тыш, ҡыҙҙар-малайҙар фойела шыршы тирәләй төрлө уйындарҙа ҡатнашып, зирәклеген һынай ала.

Ижади коллектив театр йылын ҡаршыларға етди әҙерләнә. Мәҙәниәт учреждениеларының матди-техник базаһы ла нығыр тип көтөлә. Шулай уҡ театрҙың ҙур залында ултырғыстар яңыртыласаҡ. Уңайлы шарттар бәләкәй тамашасыларға күңелле кәйеф һәм яҡшы ял өсөн булдырыла, ти театр директоры.

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры директоры Альберт Имаметдинов әйтүенсә, 2019 йылға ҙур пландар ҡуйылған. Әлеге ваҡытта, теар йылында ҡуйыласаҡ спектаклдәр һаны билдәлә. Дүрт премьера урынына,алты сәхнә әҫәре тәҡдим итәргә уйлайбыҙ,ти.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb