Флорид Миңнулла улы Бүләков — билдәле башҡорт драматургы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, халҡыбыҙҙың күренекле шәхестәренең береһе. Рәсәй Федерацияһының әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге Дәүләт премияһы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премиялары лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
Флорид Бүләков 1948 йылдың 23 февралендә Мишкә районының Оло Шаҙы ауылында тыуған. Билдәле шәхестәр исемлеген мәңгеләштереү маҡсатында Мишкә районының үҙәгендәге 1-се лицейға уның исеме бирелде. Ошо көндәрҙә уҡыу йортона мәрмәр таҡтаташ ҡуйыласаҡ. Билдәле башҡорт драматургы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы ошо мәктәптә белем алған.
Бүләков Флорид Миңнулла улы урта мәктәпте тамамлағандан һуң Совет армияһы сафтарында хеҙмәт итә. 1969—1973 йылдарҙа Мишкә район мәҙәниәт һарайында «Эрвел» бейеү ансамблен ойоштора һәм уның музыкаль етәксеһе булып эшләй. Шул уҡ ваҡытта Бөрө дәүләт педагогия институтынанда ситтән тороп белем ала. Институтты тамамлағандан һуң буласаҡ драматург «Дружба» Мишкә район гәзитендә һәм «Ленинец», «Советская Башкирия» гәзиттәрендә эшләй.
2015 йылда, 65 йәшендә вафат булып ҡала. Ул 20-нән ашыу пьеса авторы, әҫәрҙәре театр сәхнәләренән төшмәй. Флорид Бүләков әҙәбиәткә XX быуаттың 80-се йылдар аҙағында килә. Тәүге драма әҫәрҙәре «Һөйәһеңме-һөймәйһеңме?», «Ҡанатланып ос, һин Толпарым!», «Талаҡ-талаҡ», «Әбейҙәргә ни етмәй?», «Бибинур, ах, Бибинур!», «Шайморатов-генерал», «Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сыраһы», «Эх, күгәрсенкәйҙәрем!..», «Һөйөү сәғәте һуҡҡанда», «Таштуғай», «Камикадзе», «Онотолған доға», «Мөхәббәт ҡарағы» халыҡтың яратҡан спектаклдәренә әүерелде.
Әҙиптең пьесалары Рәсәйҙең, Украинаның, Ҡаҙағстандың, Белоруссияның, Монголияның, Төркмәнстандың һәм Литваның 150-нән ашыу театрында, шулай уҡ алыҫ сит илдәрҙә лә барғаны билдәле.
Гүзәл Багаева