Флүр Ғәлимовтың «Аҙғын тәүбәһе» трилогияһы инглиз телендә нәшер ителә

Флүр Ғәлимовтың «Аҙғын тәүбәһе» трилогияһы инглиз телендә нәшер ителә

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Флүр Ғәлимовтың «Аҙғын тәүбәһе» трилогияһы Бөйөк Британияла нәшер ителә. Башҡорт яҙыусыһының әҫәре The Taste of Forbidden Fruit — «Тән ғазабы» тигән исем аҫтында инглиз теленә тәржемәләнгән. Инглизсә баҫтырыу тәҡдимен «Нәфис әҙәбиәт» нәшриәтенең генераль директоры Алексей Гришанов индергән.

2018 йылда Мәскәүҙәге «Нәфис әҙәбиәт» нәшриәтендә яҙыусының «Аҙғын тәүбәһе» трилогияһы рус телендә донъя күрҙе. Китап донъяның 25 иленән 300 нәшриәт ҡатнашҡан 31-се Халыҡ-ара китап күргәҙмә-йәрминкәһендә үҙ урынын алды. «Юность» журналының декабрь һанында Рәсәйҙең билдәле әҙәби тәнҡитсеһе Лев Аннинскийҙың Флүр Ғәлимовтың трилогияһына рецензияһы баҫылырға тейеш.

«Башҡорт яҙыусыһы Флүр Ғәлимов Мәскәүҙәге ҙур уңышын дауам итә», — ти филология фәндәре докторы, профессор, танылған рус шағиры Александр Шуралев. Ысынлап та, әҙип быйыл рус әҙәбиәтендә ижади асыш булды: ҙур романдарының тәржемәләре илдең «Юность», «Роман-газета», «Литературная газета» баҫмаларында, шулай уҡ республикабыҙҙың «Ватандаш», «Бельские просторы», «ЛиФФТ» журналдарында баҫылып сыҡты.

«Роман-газета» журналында Флүр Ғәлимовтың «Алтын ҡанатлы Һомайғош» романы донъя күрҙе. Ошо һандың 600 данаһы заказ буйынса Германияға — университеттарға, колледждарға, китапханаларға һәм рус әҙәбиәтен һөйгән немец китап уҡыусыларына оҙатылған.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb