«Фолк-тайм» фольклор сәнғәте конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

«Фолк-тайм» фольклор сәнғәте конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

20 октябрҙә Өфөлә «Фолк-тайм» республика фольклор сәнғәте конкурсы уҙғарыла. Сара 2020 йылда уҙасаҡ Бөтә донъя фольклориадаға әҙерлек сиктәрендә ойошторола. Бәйгене ойоштороусы- Республика халыҡ ижады үҙәге.

Конкурста ҡатнашыу өсөн үҙешмәкәр коллективтар һәм яңғыҙ башҡарыусылар саҡырала. Бәйге шарттары буйынса ҡатнашыусыларҙың йәш айырмаһы мөһим түгел. 

Конкурс түбәндәге номинациялар буйынса баһалана: «Бейеү», «Йыр», «Вокаль-инструменталь башҡарыу», «Инструменталь башҡарыу», «Драма», «Әйтеш», «Йола». 

Ғаризалар ағымдағы йылдың 17 октябренә тиклем Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра. электрон адресына ҡабул ителә.

Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 272-86-61. Тулы мәғлүмәт ошо һылтанмала: https://vk.com/ufafolktime.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb