Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте магазинында БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, М. Аҡмулла, Ш. Хоҙайбирҙин, З. Биишева исемендәге премиялар лауреаты Сәрүәр Сурина төҙөгән «Күк көмбәҙе» исемле китап һатыуға сығарылды. Фольклор байрамдары өсөн сценарийҙарҙы, драматик композицияларҙы (бөтәһе 18 драматик композиция һәм сценарий ингән: «Салауаттың үлемһеҙлеге», «Яңы йыл әйтеше», «Салауат йыйыны», «Матур ғаилә – ил ҡото», «Һаумы, Һаумы әкиәт», «Бөрйән ырыуы йыйыны», «Бауырһаҡ», «Салют, бөйөк Еңеү», «Бауырһаҡ» һ.б.) үҙ эсенә алған был китап «Самрау» нәшриәтендә баҫтырылған.
2004 – 2017 йылдарҙа БР Мәҙәниәт министрлығының Республика халыҡ ижады үҙәге ойошторған фольклор байрамдары өсөн яҙылған тамаша сценарийҙары профессиональ режиссерҙар, композиторҙар, сәхнә рәссамдары, хореограф, театр һәм эстрада артистарының илһам көсө менән меңәрләгән халыҡ алдында ҡуйылған, телеэкранда, матбуғатта, әҙәби әҫәрҙәрҙә тасуирланған.