Башҡорт һөнәр коворкингы фольклориада символикаһы булған сувенирҙарҙы әҙерләй.
Үҙенсәлекле ҡул эштәре VI Бөтә донъя Фольклориадаһында ҡуйыласаҡ. Өфөләге Башҡорт һөнәр коворкингы өс резидентты – “Мосафир” күн оҫтаханаһын, ЭТНО-MARKETты һәм “Зөлхизә” ательеһын – берләштерә.
“Мосафир” оҫтаханаһына фольклориадала ҡатнашыусыларға 1500 брелок эшләү өлөшө тейҙе. Оҫталар үҙ ҡулдары менән хасил иткән әйберҙәр 10 – 15 көн эсендә тотош донъя буйлап тараласаҡ һәм республикабыҙҙа йәшәгәндәрҙең күңел өлөшөн таратасаҡ”, - тип “Мосафир” брендына, Башҡорт һөнәр коворкингына нигеҙ һалыусы Азамат Юлдашбаев.
“Мосафир” – Өфөләге билдәле күн оҫтаханаһы. Уны социаль селтәрҙәрҙә табырға мөмкин. TikTokтағы ҡарауҙар һаны бөгөн 100 миллионға етә. Социаль селтәрҙәрҙең яҙыусылары араһында – донъялағы күп илдәрҙә йәшәүселәр. Бынан тыш, “Мосафир” оҫталары күндән брелоктар, браслеттар, картхолдерҙар һәм башҡа әйберҙәр әҙерләй. Этно- MARKET ҡулдан ағастан – сувенирҙар, текстилдән биҙәүестр һәм башҡа әйберҙәр әҙерләй. Барлыҡ әйберҙәр ҙә күргәҙмәгә ҡуйыласаҡ.