Фольклориада ҡайҙа һәм нисек үтәсәк?

Фольклориада ҡайҙа һәм нисек үтәсәк?

3 -10 июлдә Башҡортостанда VI Бөтә донъя фольклориадаһы – халыҡ-ара фольклор байрамы үтәсәк. Ул, Олимпиада кеүек, дүрт йылға бер ойошторола.

Был ҙур байрамда донъяның тиҫтәләрсә милләтенең бейеүҙәрен, йырҙарын, музыка ҡоралдарында сығыштарын, милли уйындарын һәм кәсептәрен тамаша ҡылырға мөмкин буласаҡ. Уны Фольклор һәм милли сәнғәт фестивалдәре ойошмаларының халыҡ-ара Советы (СIOFF) ойоштора. Бығаса Фольклориада биш илдә – Голландия, Япония, Венгрия, Көньяҡ Корея һәм Мексикала үтте. Рәсәй ҙур сараны тәүге тапҡыр ҡабул итә.

Башта Фольклориаданы 2020 йылдың йәйендә үткәреү күҙалланғайны, әммә коронавирусҡа бәйле хәл-торош арҡаһында, Владимир Путин сараны 2021 йылға күсереү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.

3 июлдә «Өфө-Арена» боҙ һарайында сараны асыу тантанаһы  була. Унда яҡынса меңгә яҡын артист ҡатнаша. Рәсәйҙең халыҡ артисы Надежда Бабкина һәм «Русская песня» ансамбле, Кубань казактары дәүләт академия хоры, “Гжель” Мәскәү дәүләт академия бейеү театры, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов, Башҡортостан Республикаһының профессиональ һәм үҙешмәкәр ижади коллективтары сығыш яһаясаҡ.

Теләге булған һәр кем фестивалде асыу тантанаһын социаль селтәрҙәрҙәге рәсми пабликтарҙа һәм Өфөнөң өс паркында – «Тулҡын» (Затон), «Беренсе Май» һәм Дим биҫтәһендәге мәҙәниәт һәм ял паркында тура эфирҙа ҡарай ала.

Артабан ҡунаҡтар республика ҡала-райондарына юллана. Башҡортостан шартлы рәүештә дүрт фестиваль округына бүленгән. Концерттар 22 ҡала һәм районда үтә. Бөтә майҙансыҡтар open air алымында эшләй, ябай итеп әйткәндә, концерттар асыҡ һауала ҡуйыла. Сараларға билеттар һатылмай, инеү – ирекле һәм бушлай. Кем нимә теләй – шуны ҡарай.

Билдәле булыуынса, бөтә коллективтар ҙа ниндәй ҙә булһа сюрприз әҙерләй. Мәҫәлән, венгрҙарҙың «Kecskemet» халыҡ бейеүҙәре коллективы башҡорт телендә халҡыбыҙҙың «Ҡарабай» йырын башҡарырға ниәтләй.

Өфөлә ҙур майҙансыҡ эшләйәсәк. Унда, фестиваль ҡунаҡтарынан тыш, Надежда Бабкина һәм «Русская песня» ансамбле, Чечня Республикаһының «Вайнах» дәүләт бейеү ансамбле, Кубань казактары хоры, Олена Уутай (4 июль), Тина Кузнецова һәм Zventa Sventana (5 июль) фолк-проекты сығыш яһаясаҡ. Шулай уҡ Рәсәйҙән Евровидение йондоҙо Манижа (6 июль), «Plantec» француз коллективы, Мәскәүҙән Һорнайсылар оркестры (7 июль), Ҡаҙағстандан «Ulytau» этно-рок төркөмө (8 июль) һәм «The Hatters» Рәсәй джипси-фолк-рок төркөмө (9 июль) сығыш яһаясаҡ. Ҡунаҡтарҙың концерты 19.00 сәғәттә башлана һәм 23.00 сәғәткә тиклем дауам итә.

Фестивалде барып тамаша ҡыла алмаған кешеләр өсөн бөтә майҙансыҡтарҙан телевидение, шулай уҡ рәсми сайт folkloriada2021.com һәм vk.com/folkloriada2021, instagram.com/folkloriada2021/ пабликтары аша тура тапшырыуҙар ойоштороласаҡ.

Фольклориадала урындар биреү булмаясаҡ. Ул – төрлө халыҡтың милли мәҙәниәте, сәнғәте, кәсептәре, йолалары менән танышыу һәм үҙ халҡыңдың рухи байлығын донъяға күрһәтеү сараһы.

10 июлдә Өфө амфитеатрында сараны ябыу тантанаһы үтә. Унда М.Е. Пятницкий исемендәге дәүләт академия рус халыҡ хоры, донъя кимәлендә билдәле музыкант һәм кинорежиссер Әмир Кустурица етәкселегендәге «The No Smoking Orchestra» серб фолк-рок төркөмө һәм башҡа билдәле кешеләр сығыш яһаясаҡ. Байрам салют һәм лазерлы шоу менән тамамлана.

Фольклориада барған көндәрҙә «Торатау» конгресс-холы янындағы майҙанда халыҡ-ара һөнәрҙәр һәм кәсептәр күргәҙмәһе эшләйәсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb