«Фольклориада-2020» – Башҡортостанға бик күп кешеләрҙе үҙенең мәҙәниәте менән таныштырыу һәм бар донъяла танылыу яулау өсөн шәп мөмкинлек

«Фольклориада-2020» – Башҡортостанға бик күп кешеләрҙе үҙенең мәҙәниәте менән таныштырыу һәм бар донъяла танылыу яулау өсөн шәп мөмкинлек

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, «Фольклориада-2020» – Башҡортостанға бик күп кешеләрҙе үҙенең мәҙәниәте менән таныштырыу һәм бар донъяла танылыу яулау өсөн шәп мөмкинлек. Был хаҡта матбуғат конференцияһында Фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмаларының халыҡ-ара советы (СИОФФ) рәйесе Филипп Боссан белдерҙе.

«Беҙҙең ойошма йыл һайын бөтә донъяла 400-гә яҡын фестиваль уҙғара, һәм мин Рәсәйҙең унда әүҙем ҡатнашыуына бик шатмын. Быларҙың барыһы ла төрлө милли мәҙәниәттәр вәкилдәре араһында тыныслыҡты һәм дуҫлыҡты яйға һалыу өсөн эшләнә.«Фольклориада-2020» – Башҡортостанға бик күп кешеләрҙе үҙенең мәҙәниәте менән таныштырыу һәм бар донъяла танылыу яулау өсөн шәп мөмкинлек», — тип билдәләне СИОФФ башлығы.

Өфөлә 48-се Бөтә донъя СИОФФ конгресы асыла, унда ҡатнашыу өсөн Башҡортостанға донъяның 60 иленән 200-гә яҡын делегат килгән, тине ул. Уларҙың һәммәһе лә ирекмәндәр. Әйтәйек, Боссан әфәнде — Франциянан. Уның төп эше Парижда урынлашҡан, ләкин ул СИОФФ өсөн бөтә эштәрҙе бөтөнләй бушлай башҡара.

Филипп Боссан һүҙҙәренсә, Конгрестың төп темаһы — фольклор традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү. Шулай уҡ Фольклориада буйынса комитет ағзаларына Өфөлә «Фольклориада-2020»-не уҙғарыу барышында йәлеп ителергә тейешле объекттарға инспекция үткәреү бурысы тора.

Матбуғат конференцияһында Фольклориаданы асыу һәм ябыу саралары өсөн майҙансыҡтар сифатында файҙаланыу ҡаралған урындар ҙа иғлан ителде. Улар — «Аҡбуҙат» һәм «Өфө-Арена».

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb