Күптән түгел Өфө художество галереяһында билдәле фоторәссам, төрлө конкурстар лауреаты һәм еңеүсеһе Фаил Абсаттаровтың «Сахалин. Башҡортостан. Транзит» исемле күргәҙмәһе асылды.
Күргәҙмәне асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы депутаты Вячеслав Аброщенко, Башҡортостандың халыҡ рәссамы, Рәсәй Фоторәссамдар идараһының республика бүлексәһе рәйесе Рәмил Килмәмәтов, фоторәссамдың хеҙмәттәштәре һәм дуҫтары ҡатнашты.
Күргәҙмә – авторҙың ҡырыҡ йылдан ашыу ижад итеү һөҙөмтәһе. Фоторәссамдарҙа Рәсәй тәбиғәте, кешеләрҙең көндәлек тормошо сағылыш тапҡан. Күргәҙмә лә Башҡортостан тормошона арналған фотоһүрәттәр ҙә урын алған.