Фоторәссам менән композитор ижади осрашыуға саҡыра

Фоторәссам менән композитор ижади осрашыуға саҡыра

13 майҙа “Родина” кинотеатрында фоторәссам Светлана Комкова менән композитор Марат Фәйзуллин ижади кисә үткәрә.

Бер нәмәгә ике ҡараш” тип аталған кисәлә ике автор “Еңеүселәр быуындары. Бөйөк Ватан һуғышы һәм Махсус хәрби операция” темаһына ижади ҡараштары менән уртаҡлаша. Был тарихты сәнғәттең ике төрө – фотоһүрәт һәм музыка аша шәхси баһалау.

Ижади осрашыу барышында, көндөҙгө сәғәт 4-тә, С. Комкованың “Атайҙар һәм балалар. Бөйөк Ватан һуғышы/Махсус хәрби операция” тигән фотокүргәҙмәһе асыла, ә 16.45 сәғәттә М. Фәйзуллиндың оркестр өсөн яҙылған “Оран” (“Зов”) симфонияһының киноверсияһы күрһәтелә.

Ойоштороусылар ижади сараға килергә теләүселәрҙе көтөп ҡала, инеү ирекле.

Фотолар: С. Комкова.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb