Билдәле француз тикшеренеүсеһе Пьер- Шарль Левектың "Рәсәйҙәге халыҡтар тарихы" китабы рус телендә донья күрҙе. Уны тәржемә итеү менән Рәсәй фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге ғалимдары шөғөлләнгән. 18 быуатта яҙылған киң күләмле был ғилми эш Рәсәйҙә әлегә тиклем билдәле булманы. Шарль Левектың китабында Рәсәй биләмәләрендә йәшәгән милләттәрҙең, шул иҫәптән башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте һүрәтләнә. Был- Башҡортостан ғалимдарының француз теленән тәүге тәржемә эше түгел. Рәсәй фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге белгестәре быға тиклем дә француз яҙыусылары һәм тарихсыларының башҡорт ихтилалдары, Уралдағы тау заводтары, урындағы халыҡтың тормош-көнкүреше хаҡындағы хеҙмәттәрен тәржемәләгәне бар. Әйткәндәй, Пьер- Шарль Левек Париж урамдарында башҡорттарҙы күреп өлгөрмәй, ул Ватан һуғышы алдынан- 1812 йылда вафат була.