Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Әҙилә Кәлимуллина "Михаил Мурашко дуҫтарын саҡыра" халыҡ-ара бейеүcеләр һәм хореографтар конкурс-фестивалендә «Халыҡ бейеүе» номинацияһында (профессиональ башҡарыусылар) Гран-при яуланы.
Әҙилә фестивалдә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Йәмилә Бикбаева ҡуйған ике әҫәр тәҡдим итте: «Урал батыр» эпосы мотивтары буйынса «Бәхет ҡошо-Һомай» башҡорт бейеүе һәм «Нәркәс» башҡорт бейеүе.
Фестивалдең жюри ағзалары шулай уҡ балетмейстер эшен билдәләне, Йәмилә Бикбаева «ҡуйыусы хореограф» номинацияһында (профессиональ башҡарыусылар) Гран-при яуланы.