Фәйзи Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбле Ҡырым Республикаһында гастролдәрен тамамланы

Фәйзи Ғәскәров исемендәге  бейеү ансамбле Ҡырым Республикаһында гастролдәрен тамамланы

Ансамбль үҙ тарихында тәүге тапҡыр Ҡырым Республикаһы буйлап ҙур турне үткәрҙе һәм бер аҙнала 5 концерт бирҙе. Гастролдәр Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының Бөтә Рәсәй гастроль-концерт планына ярашлы "Беҙ – Рәсәй" федераль программаһы сиктәрендә уҙҙы. Программаны "РОСКОНЦЕРТ" Федераль дәүләт бюджет мәҙәниәт учреждениеһы тормошҡа ашыра.

Ансамбль гәстролдәрҙә Рәсәй һәм донъя халыҡтары бейеүҙәрен башҡарҙы, башҡорт халҡының мәҙәниәте менән таныштырҙы. Ғәскәровсылар Ялтала, Симферополдә, Евпаторияла, Белогорск районының Ароматное ҡасабаһында һәм Белогорскиҙа сығыш яһаны. Тамашасылар Башҡортостан артистарын алҡыштар, тулы залдар менән йылы ҡабул итте.

"Беҙ Ҡырым менән хушлашмайбыҙ, "тиҙҙән осрашҡанға тиклем " тибеҙ. Сәфәр барышында 2022 йылға хеҙмәттәшлек һәм киләһе гастролдәр тураһында һөйләшеп килештек", - ти ансамблдең директоры Алмаз Сәйетов.

Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле артистары Башҡортостанға ҡайтырға сыҡты. 9 июндә коллектив Өфө халҡын һәм ҡунаҡтарын 82-се ижад миҙгелен ябыу концертына саҡыра.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb