Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле концерттары

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле концерттары

Баш ҡалала Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленең премьера концерттары үтәсәк. 75 йыл тарихы булған ансамбль ошо йылдар эсендә Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә танылыу яулап өлгөрҙө. 

1939 йылда талантлы бейеүсе, Башҡорт опера һәм балет театры артисы Фәйзи Ғәскәров башланғысы менән Башҡорт дәүләт бейеү ансамбле төҙөлә. Тәүҙә йәш башҡарыусылар Луначарский исемендәге баҡсаның сәхнә майҙансығында, һуңғараҡ Башҡорт дәүләт филармонияһы бинаһында шөғөлләнә. 1940 йылдың йәйендә үк ансамбль Башҡортостан райондары һәм Силәбе, Магнитогорск ҡалалары буйлап тәүге гастролдәргә сыға.

Ауыр һуғыш йылдарында ансамбль ағзаларының ҡайһыһы фронтҡа китә, ҡайһыһы халыҡ бейеүҙәре концерты менән госпиталдәрҙә сығыш яһай. Һуғыштан һуң ансамбль филармония составында Татарстанға, Силәбе, Төмән өлкәләренә, Урта Азияға, Приморье крайына гастролдәргә сыға. «Зарифа», «Гөлнәзирә», «Заһиҙә», «Байыҡ» бейеүҙәрен тамашасылар айырыуса яратып ҡарай. Артабанғы йылдарҙа «Төньяҡ амурҙары», «Ҡороҡсолар», «Фермала», «Бесәнселәр», «Дуҫлыҡ», «Шишмә буйында» кеүек бейеүҙәр һалына. Репертуарға илебеҙ һәм донъя халыҡтары бейеүҙәре лә индерелә. 1955 йылда ансамбль сит илдәргә сыға, ә солистар Йәштәр һәм студенттарҙың халыҡ бейеүҙәре буйынса бөтә донъя фестивалдәрендә ҡатнаша башлай.

Ижади коллектив бер нисә тапҡыр абруйлы конкурстар лауреаты була. Бейеүселәрҙең быуыны алмашынһа ла, башҡарыу оҫталығы үҙгәрешһеҙ ҡала.

1988 йылда халыҡ бейеүҙәре ансамбленә — Фәйзи Ғәскәров, 1996 йылда Академия исеме бирелә. Ғәскәровсылар башҡорт мәҙәниәтен, Башҡортостанды бөтә донъяға таныта. Һуңғы йылдарҙа ғына халыҡ бейеүҙәре ансамбле Францияла, Италияла, Швейцарияла, Германияла, Төркиәлә, Бөйөк Британияла, Көньяҡ-Көнсығыш Азия илдәрендә гастролдәрҙә булды. Данлы коллектив федераль кимәлдәге мәҙәни сараларҙа, төбәк мәҙәни программаларында даими ҡатнаша.
Бөгөнгө көндә Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле — Рәсәй профессиональ бейеү сәнғәте лидерҙарының береһе.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb