Башҡортостан Республикаһының Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Рәсәй Фәндәр академияһының 300 йыллығын байрам итеүгә арналған тантаналы концертта сығыш яһай. 8 февралдә Дәүләт Кремль Һарайында ҙур концерт уҙасаҡ.
Был тантана Академияның юбилейына арналған бик күп сағыу сараларҙың береһе буласаҡ. Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт ансамбле концерт программаһында Рәсәй халыҡтары мәҙәниәттәренең күп яҡлы булыуын күрһәтәсәк. Ғәскәровсылар башҡорт, татар, алтай һәм төньяҡ халыҡтарҙың мәҙәниәтен берләштергән композиция әҙерләгән. Халыҡ хореографияһынан тыш, артистар музыкаль мәҙәниәтте лә күрһәтәсәк - сәхнәлә өзләү һәм халыҡ уйын ҡоралдары - ҡурай, гармун һәм дөңгөр яңғырар.