8 ноябрҙән 11-енә тиклем Удмурт Республикаһында Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең «Ҙур гастролдәр»е үтәсәк. Концерттар Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының Бөтә Рәсәй гастроль-концерт планына ярашлы «Беҙ – Рәсәй» федераль программаһы сиктәрендә уҙа. Программаны РОСКОНЦЕРТ бойомға ашыра.
Коллектив 8 ноябрҙә – Ижевск, 9 ноябрҙә – Сарапул, 10 ноябрҙә – Можка, 11 ноябрҙә Воткинск ҡалаларында сығыш яһаясаҡ.
Гастроль программаһында башҡорт хореографияһы классикаһы: «Зарифа» бейеүе, «Ете ҡыҙ» легенда-бейеүе, «Гөлнәзирә» тау-башҡорт бейеүе һәм ансамбль репертуарынан башҡа бейеү өлгөләре тәҡдим ителәсәк. Ғәскәровсылар шулай уҡ Рәсәй халыҡтары – татар, ҡалмыҡ, алтай, мордва, рус – бейеүҙәрен башҡарасаҡ.
Ансамбль 1939 йылда барлыҡҡа килә. Уның нигеҙ һалыусыһы – бөйөк хореограф һәм балетмейстер Игорь Моисеевтың уҡыусыһы Фәйзи Ғәскәров. 82 йыл эсендә коллектив 60 илдә булған.
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле – Рәсәйҙең алдынғы профессиональ хореография коллективтарының береһе, Башҡортостан хореография ижадының йөҙөк ҡашы.