Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ академия бейеүе ансамбле ҡарамағында балалар бейеү студияһы Сочиҙан еңеү менән ҡайтты

Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ академия бейеүе ансамбле ҡарамағында балалар бейеү студияһы Сочиҙан еңеү менән ҡайтты

Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ академия бейеүе ансамбле ҡарамағында балалар бейеү студияһы асылыуға 10 йыл. Студияла шөғөлләнеүселәр Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдә абруйлы приздар һәм кубоктар яуларға өлгөргән. Өсөнсө төркөмдә шөғөлләнеүселәр күптән түгел Сочи ҡалаһында "Ал елкән" фондының "Еңеүселәр кубогы"халыҡ-ара конкурсы еңеүсеһе булды.

Рәсәй, Ҡаҙағстан, Эстония нан 700-ләгән конкурсанттар араһынан 60 финалға үткән коллективтар араһында Башҡортостан данын яулаусы үҫмерҙәр иң көслө ун биш конкурсант исемлегендә. Уларҙы өйрәтеүсе педагог-хореограф та иң яҡшыһы тип танылған.

Сочи ҡалаһында үткән "Ал елкән" фондының "Еңеүселәр кубогы" халыҡ-ара конкурсын ғәскәровсылар түҙемһеҙләнеп көтөп алған. Өсөнсө кесе төркөмдә шөғәлләнгән16 бейеүсе абруйлы бейеү конкурсында ҡатнашып, беренсе дәрәжәле диплом һәм кубок яулай.Төркөмдә тик ҡыҙ балалар ғына. Әммә ҡыҙҙарҙың һәр береһендә бәләкәйҙән үк ярыш сәме, еңеүсе булыу теләге. Алина Шәйәхмәтова "Болан саҡырыуы" постановкаһында һәм "Арагон һунарында"солист булараҡ та үҙ көсөн һынаған. Сочи ҡалаһында үткән яуаплы конкурста юғалып ҡалмаған.

Бәләкәй ғәскәровсылар ҙур уңышҡа оҙайлы һәм эҙмә-эҙлекле репитициялар аша ирешә. Педагог-хореограф стилләштерелгән башҡорт бейеүҙәрен конкурстарға махсус әҙерләй. "Арагон һунары" өсөнсөләр репертуарында бер йылдан ашыу. Уңышлы бейеү өс-дүрт ай эсендә сәхнәгә ҡуйылған. Ә "Болан ауазы" Сочиҙағы халыҡ-ара конурсы өсөн махсус әҙерләнгән. Ул ни бары бер ай эсендә сәхнәләштерелгән.

8-9 йәшлектәр араһында финалға сыҡҡан 60 бейеү коллективы араһында ғәскәровсыларҙың өсөнсө бәләкәстәр төркөмө беренсе дәрәжәле диплом яулай. Абруйлы жюри кескәй өфөлөләрҙең бейеү техникаһын, таһыллығын һәм образдарҙы асыу маһирлығын юғары баһалаған. Яҡындары ҡеүәтләп, бейеү уҡытыусыһы дәртләндереп торғанда, сая ҡыҙҙар тағы ла етдиерәк һынауҙарҙы ышаныслы үтергә әҙер.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb