Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле гастролдәр менән Бразилияға йыйына

Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле гастролдәр менән Бразилияға йыйына

Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле 10 майҙан алып 31-енә тиклем гастролдәр менән Бразилияға йыйына. Ансамбль артистары Көньяҡ Америка дәүләтенең 10 ҡалаһында концерт менән сығыш яһаясаҡ.  Гастролдәр Рибейран-Прету, Сантос, Кампинас, Уберландия, Гояния, Витория, Рио-де-Жанейро, Ново-Хамбурго һәм Порту-Алегри ҡалалары буйлап үтәсәк.

Ғәскәровсылар Бразилияла Ғәскәровтың алтын фондынан башҡорт һәм Рәсәй халыҡтары бейеүҙәре ингән концерт программаһы менән Башҡортостан исеменән сығыш яһай.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb