Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисткаһы Миләүшә Хәйбуллина башҡорт теле йылына арналған проектта ҡатнашты

Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисткаһы Миләүшә Хәйбуллина башҡорт теле йылына арналған проектта ҡатнашты

Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисткаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Миләүшә Хәйбуллина  Башҡорт теле йылына арналған уникаль проектта ҡатнашты.

Проект сиктәрендә “Хазина” тигән видеоклип донъя күрҙе. Унда Миләүшә төрлө башҡорт ырыуҙарының ҡатын-ҡыҙ образдарында сығыш яһай, уларҙың милли кейем, биҙәүес әйберҙәрен күрһәтә.

Интернет киңлектәрендә видеояҙма киң популярлыҡ яулап өлгөрҙө.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә билдәле артистар һәм Е7Е-media  видео-продакшн студияһы башҡорт телен һаҡлап ҡалыу һәм популярлаштырыу маҡсатында видеояҙмалар серияһын булдыра. Был инициатива республика етәкселеге тарафынан күтәреп алынды. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн БР граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды гранты бирелде.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb