Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре дәүләт ансамбле Рәсәй ҡалалары буйлап ҙур гастролгә юлланды

Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре дәүләт ансамбле Рәсәй ҡалалары буйлап ҙур гастролгә юлланды

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Рәсәй ҡалалары буйлап ҙур гастролдәргә сыҡты.

Бейеүселәр октябрь айында Тверь, Бөйөк Новгород, Санкт-Петербург, Тихвин, Великие Луки, Мәскәү һәм Владимир ҡалаларында сығыш яһаясаҡ. Шулай уҡ ғәскәровсылар үҙҙәренең концерттары менән Санкт-Петербургта, Владимирҙа, Тверҙә, Бөйөк Новгородта Башҡортостан мәҙәниәте көндәрен асасаҡ.

Тамашаларҙа ансамбль «Донъя халыҡтары бейеүҙәре» программаһын күрһәтәсәк. Ул ЮНЕСКО-ның «Донъя илсеһе» исеменә һәм Парижда "Биш ҡитға" алтын миҙалына лайыҡ булған.
Ижади сәфәр «Беҙ – Рәсәй» милли коллективтар гастролдәре" программаһы буйынса үтә.

Проектты РФ Мәҙәниәт министрлығының "Беҙ - Рәсәй" программаһы буйынса "Росконцерт" ойоштора. Генераль мәғлүмәт партнеры – ТАСС. Билеттарҙы «Пушкин картаһы» буйынса ла алырға мөмкин.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb