Фәрит Бикбулатовтың яҡты иҫтәлегенә арналған хәтер кисәһе ойошторола

Фәрит Бикбулатовтың яҡты иҫтәлегенә арналған хәтер кисәһе ойошторола

5 декабрь көнө Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында БАССР-ҙың халыҡ артисы Фәрит Бикбулатовтың хәтер кисәһе үтәсәк.

Мәғлүмәт өсөн: Фәрит Хәйбулла улы Бикбулатов 1936 йылдың 8 авгусында [Башҡорт АССР-ының Хәйбулла районы(хәҙер Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районыны) Мәҡсүт ауылында тыуған.

Фәрит Бикбулатов Юлдыбай ауылында ете класты тамамлағандан һуң, район комсомол комитеты юлламаһы менән киномеханик булып эшләй.

Совет Армияһында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Өфө ҡалаһының 1-се һөнәри-техник училищеһына уҡырға инә. Бында йәмәғәт эштәрендә, концерттарҙа әүҙем ҡатнаша. Ҡала профсоюздар ойошмаһы хорында йырлай.

Училищены тамамлағас, Өфө моторҙар эшләү заводында үҙаллы хеҙмәтен башлай. Калинин исемендәге мәҙәниәт йортоноң хор һәм драма түңәрәктәренә йөрөй. Агитбригада составында концертарҙа ҡатнаша. Завод коллективы Бикбулатовҡа Өфө сәнғәт училищеһына инергә тәҡдим итә.

Өфө сәнғәт училищеһында Аэлита Хайрулла ҡыҙы Чемборисова класында уҡый. Уҡып йөрөгән йылдарында уҡ төрлө конкурстарҙа сығыш яһай башлай. 1967 йылда Польша Халыҡ Республикаһында үткән Хеҙмәт резервтары фестивалендә ҡатнашыу бәхетенә өлгәшә. Профессиональ белем биреү коллективтары араһында Башҡортостандың баш ҡалаһы исеменән сығыш яһай. Башҡортостан фольклор әҫәрҙәре сығышы менән бик ҙур уңыш ҡаҙана. Йәш йырсы Фәрит Бикбулатов тураһында күп сит ил гәзиттәре яҙып сығалар. 1968 йылда уҡ, БАССР-ҙың Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса Башҡортостан" ижад клубына эшкә саҡырыла.

1969 йылда сәнғәт уҡыу йортоноң вокал бүлеген уңышлы тамамлап, 21 йыл буйына Фәрит Хәйбулла улы «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһында эшләй: башта диктор, артабан мөхәррир, йыр бүлеге өлкән мөхәррире була. 1989—98 йылдарҙа «Башҡортостан» ижад клубында директор һәм солист вазифаһын башҡара. Үҙен юғары квалификациялы журналист, оҫта йырсы, талантлы телевизион тапшырыуҙар алып барыусыһы итеп таныта. Төрлө конкурстар ойоштороусы һәм ҡуйыусы булараҡ киң танылыу яулай. «Дуҫлыҡ моңо» халыҡ-ара башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусылар фестивален ойоштороусыларҙың береһе.

1981 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай.

Һуңғы йылдарҙа БСТ телеканалында «Тыуған моңдар» тапшырыуын алып бара.

Фәрит Бикбулатов 2016 йылдың 26 ноябрендә Өфөлә вафат булды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb