Фәтих Иҡсанов исемендәге Республика гармун байрамына ғаризалар ҡабул ителә башланы

Фәтих Иҡсанов исемендәге Республика гармун байрамына ғаризалар ҡабул ителә башланы

Фәтих Иҡсанов исемендәге Республика гармун байрамы быйыл 28-29 майҙа Яңауыл ҡалаһында үтәсәк. Ойоштороусылары - БР мәҙәниәт министрлығы, Республикахалыҡ ижады үҙәге, Яңауыл районы хакимиәте. 

Конкурста ҡатнашыу өсөн тальян, гармунда башҡарыусылар һәм ансамблдәр, шулай уҡ был музыка ҡоралдарын эшләүсе оҫталар саҡырыла. 

Ҡатнашыусыларҙы ике төркөмдә баһалайҙар – 17 йәшкә тиклемгеләр һәм 17 йәштән өлкәндәр. Һәр ҡатнашыусы 10 минутлыҡ 2 әҫәрҙе уйнап ишеттерергә тейеш. Репертуарҙы үҙаллы һайларға мөмкин. 

Беренсе тур райондарҙа,ҡалаларҙа фольклор байрамдары формаһында үтә. Икенсе тур май аҙағында Яңауылда буласаҡ. Программала - музыка ҡоралдарында башҡарыусылар араһында конкурс һәм Гала-концерт. 

Ғаризаларҙы 20 майға тиклем Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра.Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра. электрон почталарына ебәрергә кәрәк. 

Белешмәләр өсөн телефондар: 8 (347) 289-65-50, 8 (34760) 5-45-48, 5-45-74.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb