Георгий Мушников портреты менән яңы граффити өҫтөндә эштәр тамамлана

Георгий Мушников портреты менән яңы граффити өҫтөндә эштәр тамамлана

Инорс микрорайонында, Транспорт урамы, 48/2 йорто адресы буйынса Советтар Союзы Геройы Георгий Иусинович Мушниковтың портреты – граффити өҫтөндә эштәр тамамлана.

Проекты тормошҡа ашырырға Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы – Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе ярҙам итте. Ул Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына һәм  Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе ойошторолоуының 95 йыллығына арналған.

Легендар осоусы Георгий Иустинович Мушников һуғыш осоронда үҙенең Ил-2 самолетында 185 хәрби осош яһай. 1962 йылдан алып, 20 йыл буйына моторҙар эшләү заводында техник контроль хеҙмәтендә эшләй.

Осоусының портреты өҫтөндә рәссамдар Мансур Зияев һәм Олег Кайбышев эшләне.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb