Германияла Өфө һәм Галле ҡалалары дуҫлығының һәм «Башҡортостан дуҫтары» йәмғиәтенең 20 йыллығына арналған Башҡортостан мәҙәниәте көндәре бара

Германияла Өфө һәм Галле ҡалалары дуҫлығының  һәм «Башҡортостан дуҫтары» йәмғиәтенең 20 йыллығына арналған Башҡортостан мәҙәниәте көндәре бара

Әлеге ваҡытта Германияның Галле ҡалаһында Өфө һәм Галле ҡалалары дуҫлығының 20 йыллығына һәм «Башҡортостан дуҫтары» йәмғиәтенең 20 йыллығына арналған Башҡортостан мәҙәниәте көндәре бара. Башҡортостан Хөкүмәтенең рәсми сайты хәбәр итеүенсә https://pravitelstvorb.ru, 20 ноябрҙә Германияның Галле ҡалаһында Өфө һәм Галле ҡалалары дуҫлығының 20 йыллығына һәм «Башҡортостан дуҫтары» йәмғиәтенең 20 йыллығына арналған Башҡортостан мәҙәниәте көндәре башланды. Саралар Дрезден һәм Лейпциг ҡалаларында ла үтеп 23 ноябрҙә тамамланасаҡ. Делегацияны Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов етәкләй. Бынан тыш, рәсми сараларҙа Рәсәй Федерацияһының Лейпциктағы генераль консулы Андрей Дронов, Саксония-Анхальт еренең парламент һәм департамент мәҙәниәте етәкселәре ҡатнаша.

Салауат Сәғитов әйтеүенсә, 1997 йылдың мартында Өфө һәм Галле хакимиәттәре араһында мәҙәниәт, медицина, сауҙа, фән һәм мәғариф өлкәләрендә бәйләнештәрҙе үҫтереү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Осрашыуҙа Башҡортостан менән Саксония-Анхальт һәм Германияла йәшәүсе яҡташтар менән бәйләнештәрҙе булдырыу һәм нығытыу мәсьәләләре ҡаралды.

Республика делегацияһы фото күргәҙмәне һәм юбилейлы аҙнаны асыу тантанаһында ҡатнашты. Делегация вәкилдәре Мартин Лютер исемендәге Галле-Виттенберг университетының клиника эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты. Яҡтар юғары уҡыу йортоноң Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау ойошмалары менән хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен тикшерҙе.

21 ноябрҙә делегация Галле ҡалаһында  үткән быуаттың 80-се йылдарында педагогия институтының художество-география факультеты студенттары тарафынан эшләнгән башҡорт уйын майҙансығына таҡтаташ асыу тантанаһында ҡатнашты.

Дрезден ҡалаһында Салауат Сәғитов халыҡ мәшғүллеген тәьмин итеү системаһын ойоштороу эшмәкәрлеге менән танышты. Делегация вәкилдәре 1813-1814 йылдарҙа Рәсәй армияһының сит ил походтарында ҡатнашыусы «Төнъяҡ амурҙары» һәйкәленә сәскә һалды. 

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb