Гүзәл Яхина: «Өфөгә килеүем минең өсөн бик күптән көтөп алынған ваҡиға ине»

Гүзәл Яхина: «Өфөгә килеүем минең өсөн бик күптән көтөп алынған ваҡиға ине»

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, кисә - 27 февралдә «Рәсәй.Башҡортостан» телеканалының «Рәсәй» медиа-үҙәгендә «Зөләйха күҙҙәрен аса» романының авторы Гүзәл Яхина менән осрашыу үтте. Сарала Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектаклен ҡуйыусы режиссер Айрат Абушахманов ҡатнашты.

«Өфөгә килеүем минең өсөн бик күптән көтөп алынған ваҡиға ине, әлеге ваҡытта түҙемһеҙлек менән спектаклде көтәм» - тине, Гүзәл Яхина.

Конференциянан һуң Гүзәл Яхина Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала ижади осрашыуҙа ҡатнашты. Китапханала Гүзәл Яхина ике йыл эсендә бер нисә телгә тәржемә ителгән «Зөләйха күҙҙәрен аса» китабының тышлыҡтары коллекцияһы күргәҙмәһен ҡараны.

«Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакленән һуң актерҙар һәм ижади төркөм менән спектакль хаҡында фекер алышыу ойошторолдо.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb