Гөлфиә Рафиҡова юбилей кисәһенә саҡыра

Гөлфиә Рафиҡова юбилей кисәһенә саҡыра

16 октябрҙә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлфиә Рафиҡованың юбилей кисәһе уҙа. Был көндө актриса «Ул бит кисә ине» (А.Әхмәтғәлиева) спектаклендә уйнаясаҡ.

Гөлфиә Булат ҡыҙының ижадына һәм тормошона арналған кисәлә танылған сәхнә йондоҙҙары һәм театрҙың актерҙары ла ҡатнаша. Был матур көндө Гөлфиә Рафиҡова үҙенең яҡындары, дуҫтары, рухташтары, моңдаштары һәм дә тамашасылары менән бергә ҡаршы аласаҡ.

Касса: (347) 272-35-33.

Билеттарҙы театрҙың сайтында ла алырға мөмкин.  Башлана: киске сәғәт 6-ла.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb