Гөлли Мөбәрәкова арабыҙҙан китте

Гөлли Мөбәрәкова арабыҙҙан китте

Легендар сәхнә оҫтаһы, СССР-ҙың, РСФСР-ҙың халыҡ, РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы Гөлли Мөбәрәкова арабыҙҙан китте. Ул 1936 йылдың 9 сентябрендә Өфөлә арҙаҡлы сәнғәт оҫталары Рәғиҙә Янбулатова менән Арыҫлан Мөбәрәковтың ғаиләһендә донъяға килә. 1959 йылда А.В. Луначарский исемендәге Мәскәү дәүләт театр техникумын тамамлай. Шунан алып ғүмер буйы Башҡорт дәүләт академия драма театрына хеҙмәт итә.  Гөлли Арыҫлан ҡыҙы – театр режиссеры, педагог, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры, К. Станиславский исемендәге Театр, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премиялары лауреаты, Салауат Юлаев, Почет, Халыҡтар дуҫлығы ордендары кавалеры. Шәхес менән хушлашыу 22 февралдә Башҡорт дәүләт драма театрында уҙасаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb