Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Гөлли Мөбәрәкова менән осрашыуға рәхим итегеҙ!
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шишәмбе, 25 октябрь 2016
Гөлли Мөбәрәкова менән осрашыуға рәхим итегеҙ!
Театрҙың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, театр һөйөүселәрҙе йәнә бер яңылыҡ көтә, М.Ғафури исемендәге театр актерҙары менән осрашыу, һөйләшеү, фекер алышыу мөмкинлеге бар.
Актерҙар башҡарыуындағы шиғырҙар, йырҙар менән бер рәттән артист тормошонан ҡыҙыҡлы хәтирәләр, мажаралы хәлдәр тураһында ишетергә, күрергә теләһәгеҙ, иҫтәлеккә фотоға төшөп, кумирығыҙҙың теләктәре менән автограф алырға хыялланһағыҙ М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма тетрына ашығығыҙ!
Үтеп барған аҙнаның был йомаһы, йәғни 28 октябрь көнө, һеҙҙе башҡорт театрының билдәле һәм күренекле актрисаһы, СССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың халыҡ, БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, театр педагогы һәм режиссёр Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова осрашыуға саҡыра.
Кисәне Башҡортостан Республикаһының халыҡ һәм атҡаҙанған артисткаһы Сара Буранбаева алып бара.
Сара 28 октябрь көнө М.Ғафури исемендәге БАДТ –ында 18:30 башлана. Билеттар театр кассаһында һәм түбәндәге телефон буйынса: 8-917-413-55-91
Иҫегеҙгә төшөрөп үтәйек, М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрын һөйөүселәрҙе Гөлли Мөбәрәкова ҡатнашлығында яңы премьера көтә. Джон Патриктың «Странная миссис Сэвидж» спектакле сәхнәгә әҙерләнә. Әҫәрҙе сәхнәгә ҡуйыусы -В.Кок-оола исемендәге Тыва музыкаль-драма театрының режиссеры Сюзанна Ооржак.
Гүзәл Багаева
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Стәрлетамаҡта премьера: Бейеү театры башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм тарихы тураһында яңы программа тәҡдим итә
Йома, 06 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
«Әй Йола» төркөмө – Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарының илсеһе
Йома, 06 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт ғалимы һәм мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Йома, 06 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө