13 февралдә Мостай Кәрим исемендәге БР Милли йәштәр театрында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлсөм Бикбулатованың «Мин һөйөүҙән яралғанмын» тигән өр-яңы концерты була.
Гөлсөм Бикбулатова – һәр яҡлап та талантлы артистка: ул актёрлыҡ оҫталығын вокал һәләттәре менән уңышлы берләштерә, сәхнәлә ҡабатланмаҫ образдар тыуҙыра. Уның ижады һәр саҡ тәрән хис-тойғолар, ихласлыҡ һәм күңел йылыһы менән һуғарылған. Тамашасылар иһә уның сағыу образдарын да, моңло йырҙарын да яратып ҡабул итә.
Концерт ысын мәғәнәһендә музыка һәм хис-тойғолар донъяһына сәйәхәт булырға оҡшай. Кисәнең программаһына билдәле хиттар ҙа, ошо ваҡиға уңайынан яҙылған яңы композициялар ҙа инәсәк. Һәр сығыш йыр менән актер уйынын берләштергән айырым тарих итеп ҡуйыласаҡ.
Был кистә тамашасылар мөхәббәт, романтика һәм дәрт мөхитенә сума ала. Тамашала саҡырылған ҡунаҡтар ҙа ҡатнашасаҡ.
Билеттар – театр кассаһында һәм сайтында.
Концерт киске сәғәт 7-лә башлана.
Йәш сикләүе: 6+.