Республикала «Китаптар» башҡорт электрон китапханаһының төп версияһы эшләй башланы. Интернет-ресурсты булдырыусылар хәбәр итеүенсә, хәҙер башҡорт әҙәбиәте бер урында тупланған. Китаптарҙы күсереп алырға, уҡырға, үҙеңдекен өҫтәргә һәм дуҫтар менән уртаҡлашырға мөмкин.
Сайтта башҡорт һәм башҡа телдәрҙә 900-ҙән ашыу китап, дәреслек һәм журналдар йыйылған. Китаптар төрлө форматта бирелгән, компьютерҙа ғына түгел, смартфон, планшет һәм башҡа ҡоролмаларҙа ла асыла.
2016 йылдың 1 мартында ресурстың бета-версияһын һынау тамамлана. Өфөлә сервистың һуңғы версияһының рәсми презентацияһы уҙа, унда меңдәрсә яңы китап буласаҡ.
«Беҙ китапхананы яҡшыртыуҙы дауам итәбеҙ, әммә уҡыусыларҙың ярҙамы кәрәк. Дөйөм тырышлыҡ менән китапхананы тулыландырыу мөһим. Хаталар тураһында әйтегеҙ һәм сервисты яҡшыртыу буйынса идеялар тәҡдим итегеҙ. Шәхси китапханағыҙҙа булған китаптарығыҙҙы һалырһығыҙ тип ышанабыҙ. Шулай уҡ тәү сиратта электрон вариантҡа күсерергә кәрәк булған китаптарҙы тәҡдим итә алаһығыҙ», — тине «Башҡорт проекттары» төркөмө етәксеһе Илдар Кинйәбулатов.