Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы 79-сы ижад миҙгелен тамамланы
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 18 май 2018
Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы 79-сы ижад миҙгелен тамамланы
Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы «Филармония тулҡынында. 79…80 fm» тип аталған ҙур концерт менән 79-сы ижад миҙгелен тамамланы.
Тамашала филармонияның алдынғы солистары һәм коллективтары: Әлфиә Юлсурина, Рәфис Сирусин, Лилиә Ишемйәрова, Фларида Иркина, Дамир Тайыпов, шулай уҡ, Линар Дәүләтбаев етәкселегендәге БР Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестры, Олег Ҡасымов етәкселегендәге Эстрада-джаз оркестры, «Далан», «Карауан», «Арғымаҡ» төркөмдәре, «Көлкө-шоу» эстрада миниатюралары театры, филармонияның ҡурайсылар квинтеты һәм башҡалар ҡатнашты.
79-сы ижад миҙгеле барышында тамашасы хөкүменә 15 яңы проект тәҡдим ителде. Филармония сәхнәһендә тәүге тапҡыр, ике бөйөк артист - Әлфиә Юлсурина һәм Олег Ханов ҡатнашлығында, музыкаль роман («Һин бәхетле! Ә мин?») ҡуйылды, «Венера Әйүпованың моң ҡунаҡһанаһында», «Орган ағай әкиәттәре» исемле концерттар циклы, Марсель Ҡотоевтың «Төштәге йыр» исемле мажаралы үә хикмәтле тамашаһы һәр бер кешелә матур хәтирәләр ҡалдырҙы.
Быйылғы йыл филармония тарихында иҫтәлекле ваҡиғалар менән дә хәтерҙә ҡаласаҡ. Бер нисә коллектив үҙенең юбилейын да ҡаршылай. Республикабыҙҙың мәҙәни бренды булған Башҡортостандың халыҡ артисы, билдәле джазмен Олег Киреев етәкселегендәге «Орлан» ансамбленә утыҙ йәш тулды. Шулай уҡ, Олег Ҡасымовтың Эстрада-джаз оркестры ла үҙенең матур юбилейын үткәрҙе. Коллектив Рәсәй джаз сәхнәһендә йылдан йыл популярлыҡ яулай бара тип әйтергә кәрәк, сит төбәктәрҙә сығыш яһай һәм донъя кимәлендә билдәле булған джазмендар менән хеҙмәттәшлек итә.
Һандарға килгәндә иһә, быйылғы ижад миҙгелендә Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары республикабыҙҙың район-ҡалалары, Рәсәй һәм унан тыш төбәктәрҙә 1500 концерт бирҙе. Филармония сәхнәһе аша 200-ҙән ашыу тамаша яңғыраны. Уларҙы ҡарарға тип 220 меңдән ашыу тамашасы килде.
Филармония Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары ойошмалары, сәнғәт һәм мәҙәниәт өлкәһенә ҡараған ойошмалар менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Телевидение-радио булһынмы ул, гәзит-журнал биттәреме – һәр береһе филармония артистары тормошон, унда үткән концерттарҙы даими яҡтыртып бара. Йомғаҡлау концертында иң яҡын дуҫтар бүләкләндә, рәхмәт хаттары тапшырылды.
Башҡорт дәүләт филармонияһы 80-се юбилей миҙгелендә лә яңы проекттарға, сюрприздарға бай булыр.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Һуҡырҙар өсөн республика махсус китапхана абонементы яҙыусы Владислав Крапивиндың әҫәрҙәренән торған китап күргәҙмәһен тәҡдим итә
Яңылыҡтар
Дағстандағы Табасаран театры «Беҙҙең өйҙөң йәме» спектаклен сәхнәгә сығарҙы
Шишәмбе, 06 май 2025
|
Тулыраҡ >
«HAZINA» төркөмө боронғо башҡорт көйҙәрен заманса яңғырашта тыңларға саҡыра
Дүшәмбе, 28 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
РСФСР-ҙың, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фидан Ғафаров вафат
Дүшәмбе, 28 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө