Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солистары - Башҡортостандың халыҡ артистары Әлфиә Юлсурина менән Вәхит Хызыров дуэты, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә Биктимерова һәм халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, республика конкурстары лауреаты Рөстәм Шаһыбалов «Юлдаш» радиоһы ойошторған хит-парадта ҡатнаша. Яратҡан йырсылар өсөн тауыштар көн һайын түбәндәге һылтанма буйынса http://yuldashfm.ru/ba/hit-parad ҡабул ителә.
«Юлдаш Хит» бәйгеһе республикабыҙҙың «Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы ойошторған сағыу проекттарының береһе. Талантлы йәштәр һәм башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнашлығында хиттар парадында еңеүселәрҙе ай һайын билдәләп киләләр. Иң яҡшылары, иң шәптәре йыл аҙағында гала-концертта сығыш яһау бәхете тәтей.