Хәрби дан музейында «Брест ҡәлғәһе. Һуғыш юлдары буйлап» тип исемләнгән күргәҙмә асылды

Хәрби дан музейында «Брест ҡәлғәһе. Һуғыш юлдары буйлап» тип исемләнгән күргәҙмә асылды

Кисә Республика Хәрби дан музейында «Брест ҡәлғәһе. Һуғыш юлдары буйлап» тип исемләнгән күргәҙмә асылды. Экспозиция менән бөгөн Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенең төбәк ойошмаһы ағзалары, билдәле тарихсылар, депутаттар танышты. Улар Башҡортостанда эҙәрмәндәр отрядтарының эшмәкәрлегенә бәйле ултырыш уҙғарып, үҫеп килгән быуында илһөйәрлек тәрбиәләү мәсьәләһен күтәрҙе. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Брест ҡәлғәһендә немецтарҙы ҡорал менән ҡаршылаусы яугир Ришат Исмәғилев та йәштәр менән даими осрашып, аралашып тора.

Ришат Исмәғилев фашистик көстәрҙең илгә һөжүм итәсәген алдан һиҙенгәндәй, төндә шулай һаташып уяна. Йәш егеттең 1941 йылдың 20 июнендә күргән төшө күп тә үтмәй - өнгә әйләнә. Ул ваҡытта Ришат Сәлих улы Брест ҡәлғәһендә хеҙмәт иткән була. Немецтарҙың 17 меңлек ғәскәре бер көн эсендә ҡаланы ҡамап алырға ниәтләй, әммә совет һалдаттары бирешмәй... Яҡташыбыҙ тәүге бомба шартлаған таңды әлегеләй хәтерләй. Йоҡлап ятҡан урынынынан ул тертләп уянып китә. Биттәре, ҡулдары ҡанға батҡан була...
Ришат Исмәғилевты, әйтерһең дә, фәрештәләр үҙе һаҡлаған. Ҡәһәрле һуғышта уның аяҡ-ҡулдарын бер нисә тапҡыр мина ярсыҡтары телеп үтә, күкрәгендә пуля эҙе лә ҡалған... Әммә яраларҙан бигерәк фронтта йәш егеткә дуҫ-иштәрен юғалтыуҙы кисереү ауырға төштә. Яҡташыбыҙ донъялар тынысланғас, туғыҙ тапҡыр Брест ҡәлғәһенә барып ҡайта, үҙе менән бергә ҡатынын, балаларын да ала. Тыныс тормош ҡәҙерен яҡшы аңлай уҙаман, дәһшәтле йылдар хәтирәләрен дә оноторлоҡ түгел. Еңеү көнөн - ул йөрәк түрендә ҡәҙерләп һаҡлай.
Республика Хәрби дан музейында Ришат Сәлих улының йәш сағында төшкән фотоһүрәтен дә табырға мөмкин. Оло йәштәге яугир 126 һалдат менән бергә һаман бер сафта торған кеүек. Инсталяция юҡҡа ғына "Улар беренсе ине" тип аталмай. Яҡташтарыбыҙ тәүгеләрҙән булып фашистик көстәргә ҡаршы сыға.
Советтар Союзы сигендә аяуһыҙ алыш үткәргән егеттәрҙең күбеһе фронтта башын һала. Музейҙа ҡыйыу ил һаҡсыларының яу юлы менән һәр кем таныша ала. Шулай уҡ бында «Брест ҡәлғәһе. Хәтер юлдары буйлап» тип исемләнгән күргәҙмә лә үҙ эшен башланы. Экспозицияла ҡәлғә төҙөлөшөнән алып, уның бөгөнгө торошона тиклем тарих сағылыш алған. Фронт һыҙығынан ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр тупланған.
Музейҙа Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенең төбәк ойошмаһы ултырышы ла үтте. Көн тәртибенә ярашлы, унда эҙәрмәндәр отрядтарының эшмәкәрлеге, белем усаҡтарында патриотик йүнәлештәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлектәре ҡаралды. Архивтарҙа Һуғыш йылдарына арналған фәнни тикшеренеү эштәрен дә алып барыу мотлаҡ.
Еңеү көнөнә тиклем күп ваҡыт ҡалманы. Ултырышта быйыл да 9 май байрамын лайыҡлы ойоштороу мәсьәләһе ҡаралды. Музейҙарҙа һуғыш йылдарына арналған интернет-дәрестәр, тематик кисәләр уҙғарыу, тарихи реконструкциялар әҙерләү күҙаллана.

Сығанаҡ: http://tv-rb.ru/bash/novosti/y-m-i-t/lem-e-garnizon-a-dan/

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb