Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы милли кейемдә бейергә һәм флешмобта ҡатнашырға саҡыра!

Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы милли кейемдә бейергә һәм флешмобта ҡатнашырға саҡыра!

Бөгөн, 16 апрелдә, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы барыһын да милли кейем кейергә һәм Артур Туҡтағолов менән бергә дәртле итеп бейергә әйҙәй.

“Беҙҙең менән бейегеҙ һәм бейеүегеҙҙе видеоға төшөрөгөҙ. 25 апрелгә тиклем яҙманы социаль селтәрҙәге сәхифәгеҙгә ҡуйығыҙ. Видео аҫтында Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының аккаунтын билдәләргә һәм #танцуемсбашгосфилармонией тигән хештег ҡуйырға онотмағыҙ!” – ти ойоштороусылар.

Иң сағыу яҙмалар 26 апрелдә филармонияның рәсми төркөмдәренә ҡуйыласаҡ. Барыһынан да күберәк “лайыҡ” һәм комментарий йыйған видео авторын бүләк көтә!

Артур Туғтағоловтың йыры яҙылған видеоны филармонияның YuoTube-каналында табырға була: https://www.youtube.com/watch?v=Txk4MhpUCNw .

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb