Халиҡ Заимов опера-балет, хор һәм инструменталь музыка үҫешенә ҙур өлөш индергән шәхес

Халиҡ Заимов опера-балет, хор һәм инструменталь музыка үҫешенә ҙур өлөш индергән шәхес

Кисә 13 ноябрь көнө, оҫта педагог, күренекле композитор Халик Шакир улы Заимовтың тыуған көнө булды. Халиҡ Шакир улы Заимов (1914—1977) — башҡорт совет композиторы, педагог, музыкаль йәмәғәтселек эшмәкәре. СССР Композиторҙар союзы ағзаһы, Башҡорт АССР-ы Композиторҙар союзы рәйесе була.

1914 йылдың 13 ноябрендә Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе (хәҙерге Силәбе өлкәһе Сосновка районы) Һултай ауылында тыуған.

1937 йылда — Өфө музыка училищеһының классик скрипка класын, 1940 йылда П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһы эргәһендәге башҡорт студияһында профессор В. А. Беловтың композиция класын тамамлаған.

1952 йылда консерваторияның төп курсының профессор А. Н. Александров класын тамамлай.

1941—1944 йылдарҙа Өфө гарнизонының хәрби оркестры музыканты булып хеҙмәт итә.

1952—1956 һәм 1963—1977 йылдарҙа Өфө ҡалаһында эшләй.

1956—1963 йылдарҙа Мәскәү өлкәһе Лыткарино ҡасабаһы Балалар музыка мәктәбе директоры була, 1963 йылдан вафатына тиклем Өфө сәнғәт училищеһы директоры була.

Композитор А. Э. Спадавеккиа менән бергә «Аҡбуҙат» операһын яҙа. Опера Б. Бикбай һәм Ҡ. Даян либреттоһына ижад ителә. Сюжеты нигеҙендә «Аҡбуҙат» башҡорт эпосы ята. «Аҡбуҙат» — тарих-фольклор нигеҙендә яҙылған тәүге башҡорт операларының береһе.

Мәжит Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр» повесы буйынса Н. Канин һәм Х. Мостаев либреттоһына ҡуйылған ошо уҡ исемдәге балетҡа Заимов А. Г. Чугаев менән бергә музыка яҙа.

Композиторҙың төп әҫәрҙәренә Баязит Бикбай шиғырына «Башҡортостан» кантатаһы (1947), симфоник оркестр өсөн увертюра (1952), фортепиано өсөн 24 прелюдия (1952), Б. Бикбай менән М. Сөндөклө шиғырҙарына балалар өсөн 16 йырҙан торған «Бәхетле бала саҡ» циклы (1951) һәм башҡалар инә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb