21 февраль көнө Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт фидармонияһы сәхнәһендә башҡорт һәм татар эстрадаһының сағыу тауыштарының береһе, тиҙ арала үҙ тамашасыһын табып өлгөргән халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты Рифат Шәрәфетдинов «Вәғәҙә итәм» тим исемләнгән тәүге концерты менән сығыш яһай.
Йырсының репертуарына килгәндә ул – бай: автор йырҙарынан алып халыҡ әҫәрҙәренә тиклем. Наил Шәймәрҙанов, Урал Солтанов, Риф Арыҫлан кеүек танылған композиторҙарҙың йырҙары (улар араһында «Йыйҙым еләк», «Ауылымдың изге ҡарттары», «Моңло буран» һәм башҡалары) тамашасы күңелендә үҙ урынын табып та өлгөргән. Концерт программаһына иң моңло һәм хисле йырҙар, сағыу һәм дәртле бейеүҙәр генә ингән.
Тамашала һеҙ яратып тыңлаған эстрада йырҙары, Башҡортостан Республикаһының халыҡ ҡоралдары милли оркестрына ҡушылып халыҡ әҫәрҙәре, премьералар яңғыраясаҡ. Ижади дуҫтары Фәдис Ғәниев, Лилиә Биктимерова, Ришат Төхвәтуллин, Гөлназ Асаева, виртуоз-баянсы Хәлит Фәтихов, билдәле ҡурайсы Азат Биксурин, бейеүселәр Зарина Солтангилдина һәм Рөстәм Гандалиповтарҙың музыкаль «күстәнәстәре» һеҙгә хуш килер.