Халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсының күргәҙмәһе асылды

Халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсының күргәҙмәһе асылды

Бөгөн, 15 апрелдә, Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы һәм Башҡортостан халыҡтарының милли кейеме көнө саралары барышында «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсының иң яҡшы эштәре күргәҙмәһен асыу тантанаһы үтте. “Башинформ” хәбәр итеүенсә, күргәҙмә Башҡортостан Республикаһының Милли музейында 2022 йылдың 29 апреленә тиклем эшләй.

Экспозицияла Өфө, Мәскәү, Сибай ҡалаларынан, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән, Башҡортостан Республикаһының Архангел, Балаҡатай, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Мәсетле, Туймазы, Учалы райондарынан финалсыларҙың, оҫталарҙың, костюмдар буйынса рәссамдарҙың һәм дизайнерҙарҙың эштәре күрһәтелә.

Күргәҙмәне Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Артур Әлибәков асты. «Тамға» конкурсы тәүге тапҡыр 2020 йылда ойошторолдо, тип билдәләне ул.

Республика Башлығы хакимиәте исеменән күргәҙмәлә ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев сәләмләне.

Күргәҙмә ҡунаҡтары араһында «Бәхет биләмәһе» хәйриә фондының попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова ла бар ине. Ул барыһын да: «Хәйерле көн, дуҫтар!» тип, башҡортса сәләмләне һәм башҡорттарҙың төп милли кейемен һаҡлап ҡалыуға ҙур өлөш индергән «Тамға» конкурсында ҡатнашҡандарға рәхмәт белдерҙе.

Халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсының күргәҙмәһе асылды
Халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсының күргәҙмәһе асылды
Халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсының күргәҙмәһе асылды

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb