Дәүләкәндә хәрби бурысына тоғроларҙы хөрмәтләйҙәр- ҡала хакимиәте алдындағы майҙанда яугир-интернационалистарға һәйкәл асыласаҡ. Монумент 2-шәр метр бейеклектәге 3 гранит таштан ғибәрәт, унда “афғансы-һалдат” һыны, Дәүләкән егеттәре хеҙмәт иткән Афғастан ҡалалары билдәләнгән карта, "Ураҡ менән сүкеш" урынлаштырыла. Шулай уҡ хәтер һүҙҙәре яҙыласаҡ. Һәйкәлдең нигеҙе ошо арала ҡойоласаҡ. Таштар августа урынлаштырылыр, тип көтөлә. Барлыҡ эштәр ярты миллион һумға баһалана. Аҡсаны халыҡ йыйған.