Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә Өфөлә "АРТ-Ҡоролтай" форумы уҙасаҡ

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә Өфөлә "АРТ-Ҡоролтай" форумы уҙасаҡ

1 июндә Өфөнөң "Торатау" конгресс-холында "АРТ-Ҡоролтай. Балалар" форумы уҙғарыла. Унда 0-дән башлап төрлө йәштәге балалар үҙҙәренең ҡыҙыҡһыныуы буйынса йәндәре теләгән әүҙемлек таба аласаҡ. Эшлекле, уҡыу-уҡытыу һәм күңел асыу программалары планлаштырылған: ҡыҙыҡлы Арт-майҙансыҡтар, оҫталыҡ дәрестәре, Өфөнөң белем биреү ойошмалары һәм мәҙәниәт учреждениелары күргәҙмәһе, балалар әүҙемлеге һәм башҡалар.

"Балалар киноһы" арт-киңлеге – был майҙансыҡта кинопроба, режиссура һәм анимация буйынса оҫталыҡ дәрестәре була.

"Телеөлкә" арт-киңлеген “Тамыр” балалар-үҫмерҙәр телеканалының йәш хәбәрселәре алып бара. Балалар яңы проекттар әҙерләй һәм кастингтар уҙғарасаҡ, шулай уҡ Балалар телемарафонының күсмә студияһы эшләйәсәк.

"Балаларға театр" арт-киңлеге – бында театр сәнғәте һәм күңел асыу программалары буйынса төрлө оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыла.

"Музыка һәм хореография" арт-киңлеген "классиканан алып рокка тиклем" мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә мәғариф учреждениеларының концерт программаһы тәҡдим итәсәк.

Иң кескәйҙәр һәм уларҙың ата-әсәләре "Погремушки" арт-киңлегенә саҡырыла.

"Архитектура" арт-киңлегендә балалар архитектура-планлаштырыу принциптарын, художестволы биҙәү һәм дизайн принциптарын өйрәнәсәк.

"Заманса хореография лабораторияһы" арт-киңлегендә Йәш бейеүселәр үҙ ҡаҙаныштарын күрһәтәсәк, форумда ҡатнашыусылар менән бергә заманса бейеүҙәр башҡарасаҡ, бер-береһен бейеү оҫталығына өйрәтәсәк.

Йәш журналистар, блогерҙар һәм "ТЕЛЕШКО" балалар телевидениеһы мәктәбенең тиктокерҙары "Медиабум" арт-киңлеген тәҡдим итәсәк. Оҫталыҡ дәрестәре, балалар тапшырыуын төшөрөү, социаль селтәрҙәр өсөн ҡыҫҡа видео һәм алдынғы үҫмерҙәр шоуы роленә кастинг уҙғарыласаҡ.

Форумдың эшлекле программаһы пленар ултырыштан торасаҡ. Бында ҡатнашыусылар республиканың социаль үҫешенә йүнәлтелгән үҙ проекттарын тәҡдим итәсәк.

Форум майҙансығында балалар һәм ата-әсәләренең Өфөнөң балалар сәнғәт мәктәптәре менән таныша, теләгән йүнәлеш буйынса тыңлауҙар үтә аласаҡ.

Урам зонаһы ла әүҙем эшләйәсәк – фонтан эргәһендә төрлө уйын майҙансығы ойоштороласаҡ. Унда тағы ла аниматорҙар менән күңел асырға, аквагрим оҫталарынан һүрәт эшләтергә, балалар коллективтары сығышын ҡарарға мөмкин.

Балаларҙы һәм ата-әсәләрҙе Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөн "АРТ-Ҡоролтай. Балалар" форумында билдәләргә саҡырабыҙ! Майҙансыҡтар көндөҙгө сәғәт 1-ҙә эшләй башлай.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb