Халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты Марсель Ҡотоев мажаралы үә хикмәтле тамаша әҙерләй

Халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты Марсель Ҡотоев  мажаралы үә хикмәтле тамаша әҙерләй

25 ғинуарҙа Марсель Ҡотоев йыр-моңға битараф булмағандарҙы Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында «Төштәге йыр» исемле тамаша ҡарарға саҡыра.

Тамашаның режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова. 

Моңло тауышы менән күптәрҙең һөйөүен яулаған йырсы, бихисап халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты Марсель Ҡотоев ҡабаттан «Төштәге йыр» исемле мажаралы үә хикмәтле тамашаһын тәҡдим итә.

Үҙенсәлекле сценарийға ҡоролған концертта һеҙҙе илһамлы, тере тауышҡа башҡарылған йырҙар, хис-тойғоларға тулы атмосфера һәм күтәренке кәйеф көтә. Марсель үҙе ижад иткән «Карауан» эстрада төркөмө солистары Рөстәм Шаһыбалов, Тимур Рамаҙанов, Салауат Мөхәмәтйәровтарҙың сығыштары кисәнең сағыу бер өлөшө булып торор. Шулай уҡ, Римма Амангилдина, Эльмира Юлдашева, филармониябыҙҙың башҡа һәләтле бейеүселәре һәм артистары кисәгә йәм өҫтәр. 

Тамашаға рәхим итегеҙ!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb