Башҡортостан Республикаһы Халыҡ берҙәмлеге көнөн билдәләргә әҙерләнә. 4 ноябрҙә Өфөлә “Башҡортостан” дәүләт концерт залы алдында байрам тамашаһы үтә. Ул көндөҙгө 11-ҙә башлана. Бында милли кейемдәрҙә парад, халыҡ кәсептәре күргәҙмәһе, профессиональ һәм һәүәҫкәр ижади коллективтар сығышы була.
Кисен, 18 сәғәттә, республика буйынса “Сәнғәт төнө” акцияһы башлана. Унда музей, китапхана, клуб, театр һәм филармониялар ҡатнаша. Мәҙәниәт учреждениелары ил тарихы, милләттәр татыулығы һәм дуҫлығы темаларына бәйле саралар ойошторола. Дәүләт байрамы уңайынан – 4, 5, 6 ноябрҙә - өс көнлөк ял иғлан ителә.
Ә Халыҡ берҙәмлеге көнө уңайынан илдә милләт-ара дуҫлыҡ буйынса киң күләмле акция үтә. Ул "Ҙур этнографик диктант" тип атала. Өфөнән тыш, Сибай, Нефтекама, Бөрө, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Мәсәғүт, Темәстә лә ҙур этнографик диктант яҙасаҡтар. Тест 30 һорауҙан тора, имтиханға 45 минут бирелә.