Башҡортостан республикаһының халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры Вьетнамда сығыш яһаясаҡ. Музыканттар 11 ноябрҙән 4 декабргә тиклем Хошимин ҡалаһында үтәсәк донъя халыҡтары мәҙәниәттәре күргәҙмәһендә ҡатнашырға йыйына.
Был фестиваль 1994 йылдан алып ойошторолоп килә. Һуңғы ваҡытта күләмле сара Төркиә, Камбоджа, Корея һәм Таиландта үтте.
Башҡорт дәүләт филармонияһының матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, милли оркестрҙың ошондай мәртәбәле мәҙәни форумда сығыш яһауы башҡорт уйын ҡоралдары сәнғәтен донъя сәхнәһендә киң популярлаштырыуға булышлыҡ итәсәк.