Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған саралар онлайн форматта үтәсәк

Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған саралар онлайн форматта үтәсәк

4 ноябрҙә Рәсәйҙә Халыҡтар берҙәмлеге көнө билдәләнә. Быйыл байрамға арналған саралар онлайн форматта үтә, был республика халҡына берләшергә һәм күмәкләп төрлө интернет челендж, флешмобтарында ҡатнашырға мөмкинселек бирә.

3 ноябрҙә мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениелары “Сәнғәт төнө” Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыла. Ул “Сәнғәт берләштерә” девизы аҫтында үтә. Театрҙар, филармониялар, китапханалар һәм музейҙар тура трансляциялар,онлайн-концерттар, виртуаль экскурсиялар, оҫталыҡ дәрестәреүткәрә. Тулы программа менән БР мәҙәниәт министрлығы сайтында танышырға мөмкин.

3-8 ноябрҙә онлайн форматта www.miretno.ru  сайтында бишенсе тапҡыр “Ҙур этнографик диктант” Халыҡ-ара акцияһы ойошторола.

4 ноябрҙә Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле #Танцуютвсе бөтә Рәсәй флешмобына ҡушыла.

2-4 ноябрҙә БР халыҡтар дуҫлығы йорто филиалдары – тарихи-мәҙәни үҙәктәре #ВкуснонациональноБашкортостан аш-һыу флешмобында ҡатнаша.

Шулай уҡ 2-4 ноябрҙә #Сильныеединые балалар һүрәттәре акцияһы уҙасаҡ.

Популяр артистар, блогерҙар социаль селтәрҙәрҙә Мостай Кәримдең “Рус түгелмен, әммә россиянмын” шиғырын яттан һөйләйәсәк.

Шулай уҡ БР мәҙәниәт министрлығының гуманитар тикшереүҙәр үҙәге М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән берлектә онлайн түңәрәк үҫтәл ойоштора.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb