«Халыҡтар дуҫлығы һәм берҙәмлеге менән йәшәй йөҙйәшәр Башҡортостан!» фестиваль-марафон концертына рәхим итегеҙ

«Халыҡтар дуҫлығы һәм берҙәмлеге менән йәшәй йөҙйәшәр Башҡортостан!» фестиваль-марафон концертына рәхим итегеҙ

Иртәгә Өфө ҡалаһында «Халыҡтар дуҫлығы һәм берҙәмлеге менән йәшәй йөҙйәшәр Башҡортостан!» муниципаль берәмектәр Фестиваль-марафоны концерты уҙа.

Тамаша Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында киске сәғәт 19.00 башлана.  Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы – оло тарихи дәүергә яңы заман ҡарашы, үткән юлға байҡау һәм киләсәккә изге уй-ниәттәргә ҡоролған байрам тантаналары. Юбилей уңайынан үҙ төбәгенең тарихи-мәҙәни ҡорон – халыҡ йыйынын үткәреү өсөн республика башлығының махсус гранты бирелә. Хәйбулла районы хеҙмәтсәндәренең башҡалаға мәҙәни-ижади сәфәре ил башлығының ихлас ярҙамы менән башҡарыла.

Сарала Башҡортостан Республикаһының һәм Бөтөн донъя башҡорттары Ҡоролтайының башҡарма комитеты, муниципаль район Хәйбулла районы хакимиәте етәкселеге сығыш яһаясаҡ. Фестивалдә арҙаҡлы яҡташтар, хөкүмәт һәм дәүләт эшмәкәрҙәре, ғалимдар, әҙәбиәт һәм сәнғәт әһелдәре, мәҙәниәт, мәғариф хеҙмәткәрҙәре, студенттар һәм уҡыусылар ҡатнашасаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb