Ханты-Мансийск ҡалаһында башҡорт халҡының мәҙәниәтенә арналған "Мираҫ" күргәҙмәһе асылды

Ханты-Мансийск ҡалаһында башҡорт халҡының мәҙәниәтенә арналған "Мираҫ" күргәҙмәһе асылды

Ханты – Манси автономия округының баш ҡалаһы Ханты-Мансийскиҙа Тәбиғәт һәм Кеше музейында Сибай ҡалаһының тарих һәм тыуған–яҡты өйрәнеү музейынан «Мираҫ» исемле күргәҙмә эшен башланы. Был күргәҙмә Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылын йомғаҡлау сиктәрендә һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт мәҙәниәте Һәм рухи мираҫы йылына арнала. 115 музей экспонаты башҡорт халҡының этнографияһын, һынлы сәнғәтен, тарихын сағылдыра.

Музей менән берлектә Себер тарафтарына «Ағиҙел» башҡорт халыҡ кәсептәре дәүләт предприятиеһынан, Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты музейынан, К.Вәлиев исемендәге ҡаланың сәнғәт колледжы һәм балалар рәссам мәктәбенән әйберҙәр күрһәтелә. "Мираҫ" исемле күргәҙмә 10 ғинуарға тиклем Ханты-Мансийскиҙа эшләйәсәк, ә 18 ғинуарҙан 19 февралгә тиклем Ноябрьск ҡалаһындағы Музей ресурс үҙәгендә эшен дауам итәсәк. Әйткәндәй, Себер ҡалаларында Сибай музейы күргәҙмәне дүртенсе тапҡыр ойоштора. Ямал-Ненец автономия округының Тарко-Сале, Яңы Уренгой, Ноябрьск ҡалаларында 2016, 2018, 2020 йылдарында булһалар, быйыл беренсе тапҡыр Ханты-Манси автономия округының музейында эшләй.

Ханты-Мансийск ҡалаһында башҡорт халҡының мәҙәниәтенә арналған "Мираҫ" күргәҙмәһе асылды
Ханты-Мансийск ҡалаһында башҡорт халҡының мәҙәниәтенә арналған "Мираҫ" күргәҙмәһе асылды
Ханты-Мансийск ҡалаһында башҡорт халҡының мәҙәниәтенә арналған "Мираҫ" күргәҙмәһе асылды
Ханты-Мансийск ҡалаһында башҡорт халҡының мәҙәниәтенә арналған "Мираҫ" күргәҙмәһе асылды

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb