Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Харис Сәғитовҡа 70 йәш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шишәмбе, 01 ноябрь 2016
Харис Сәғитовҡа 70 йәш
27 октябрь көнө, Хәйбулла районының Мәҙәниәт йортонда “Күңелдәрҙә һүнмәҫ ялҡын бар” исеме аҫтында шағир, публицист, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы ағзаһы, “Ағиҙел” журналының редколлгия ағзаһы отставкалағы подполковник Бөтә Рәсәй «Байконур космодромы ветерандары» ойошмаһының Өфө ҡалаһы филиалының рәйес урынбаҫары Харис Мөҙәрис улы Сәғитовтың 70 йәшлек юбилейына арналған ижад кисәһе уҙҙы.
Харис Сәғитов хәрбилек эшенә ғүмерен бағышлаған шәхес, ватанға хеҙмәт өсөн өсөнсө дәрәжәле миҙалдар менән бүләкләнгән, уның күкрәген Ю. Гагарин, Г. Титов, Г. Жуковтарҙың юбилей миҙалдары биҙәй.
Тыуған яҡты өйрәнеү, әҙәбиәт менән ихлас шөғөлләнгән кешеләрҙең береһе ул. Харис Сәғитов- «Уйым сағыла йыһанда», «Япраҡтар туйы» китаптар авторы ла, шулай уҡ «Беҙҙең Байконур» йыйынтығын төҙөүсеһе лә.
Ижади кисәлә билдәле драматург, БР-ның Яҙыусылар союзы ағзаһы, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Рәлиф Кинйәбаев, яҙыусы, шағир, журналист, РФ-ның һәм БР-ның Яҙыусылар союзы ағзаһы, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Әхмәр Үтәбай сығыш яһаны.
Байрам сараһында Аҡъяр тау колледжы студенттары, китапхана системаһы хеҙмәткәрҙәре, башҡорт теле уҡытыусылары ҡатнашты.
Ҡотлау теләктәре менән бер рәттән хөрмәт һүҙҙәре лә яңғыраны.Район башлыҡ урынбаҫары Минзәлә Баймырҙина: “Харис Мөҙәрис улы районыбыҙҙың ғорурлығы, киләсәктә лә ижади уңыштар юлдаш булһын”тигән теләктәр менән тәбрикләне.
Сәхнәнән юбиляр башҡарыуында яңы шиғырҙар уҡылды, шағирҙың шиғырҙарына ижад ителгән «Килсе, килсе Гүзәлем», «Илемә» йырҙары тамашасылар күңеленә бик хуш килде.
Осрашыу күңелдәрҙә яҡты һәм матур хәтирәләр ҡалдырҙы.
Гүзәл Багаева
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө