ХМАО-лағы йәкшәмбе башҡорт мәктәбе уҡыусылары Өфөлә мәҙәни сараларҙа ҡатнашты

ХМАО-лағы йәкшәмбе башҡорт мәктәбе уҡыусылары Өфөлә мәҙәни сараларҙа ҡатнашты
 
Ханты-Манси автономиялы округынан "Башҡорт теле - башҡорт иле" йәкшәмбе мәктәбе уҡыусылары Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты нигеҙендә ойошторолған "Беренсе+ төбәк-ара балалар проекты" грант проектында ҡатнашты.
 
Сорғот, Лянтор ҡалаларынан һәм Нижнесортымский ҡасабаһынан 18 бала 29 майҙан 8 июнгә тиклем Башҡортостандың баш ҡалаһында ҡунаҡта булды. Уларҙы Ханты-Манси автономиялы округы-Югралағы Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге методисы һәм йәкшәмбе мәктәбе уҡытыусыһы Гөлсирә Әбдрәшитова оҙатып йөрөнө.

Балалар онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар алды: "Бәхетнамә" телетапшырыуында һәм "Тамыр" студияһы тапшырыуҙарында ҡатнашты, популяр башҡарыусы Радик Юлъяҡшиндың концертын, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Рәсәй Геройы генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған спектаклде ҡараны. Шулай уҡ балалар Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты директоры Илшат Сәлихов һәм башҡа билдәле шәхестәр менән осрашты.

ХМАО-лағы йәкшәмбе башҡорт мәктәбе уҡыусылары Өфөлә мәҙәни сараларҙа ҡатнашты
ХМАО-лағы йәкшәмбе башҡорт мәктәбе уҡыусылары Өфөлә мәҙәни сараларҙа ҡатнашты
ХМАО-лағы йәкшәмбе башҡорт мәктәбе уҡыусылары Өфөлә мәҙәни сараларҙа ҡатнашты

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb