Хуш, миҙгел!

Хуш, миҙгел!

27 майҙа М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында 96- сы ижад миҙгелен тантаналы ябыу көнө үтте. Шулай итеп, сал тарихлы театр тағы бер йылын үткәнгә оҙатты.... Һәр миҙгел сәхнә ваҡиғалары һәм ил, республика мәҙәниәте йылъяҙмаһына уйылып ҡалырлыҡ мөһим эштәр менән хәтерҙә ҡала. Быйылғы миҙгелдең дә ғорурланырлыҡ, һағынып һөйләрлек мәлдәре бик күп булды. 96-се ижад миҙгелендә театр репертуарын тағы алты сәхнә әҫәре менән байытты. Төрлө жанрҙағы спектаклдәр барыһы ла аншлаг менән үтте.
"Джут", йә иһә "Һуңғы йәйләү". Рәсәйҙең билдәле йәш драматургы Олжас Жанайдаровтың документаль пьесаһы буйынса сәхнәләштерелгән драма тамашасыны битараф ҡалдырманы. Тулы зал йыйған сәхнә әҫәре уҙған быуаттың 30-сы йылдарын күҙ алдына баҫтыра. Драма - аслыҡ, кешеләр яҙмышы, бәхетһеҙлек һәм бөйөк мөхәббәт хаҡында. Тетрәткес тарих һәм төп геройҙар үткәндәргә алып ҡайта. Төп ролде башҡарыусы Фәнис Рәхмәтов 96-сы ижад миҙгелендә "Иң яҡшы ир-егет роле" номинацияһына лайыҡ булды.
Әйткәндәй, "Иң яҡшы ир-егет роле" номинацияһы шулай уҡ, Ҡол Ғәлиҙең "Йософ һәм Зөләйха" спектаклендә Йософ роле өсөн Руслан Хайсаровҡа ла бирелде. Ә инде 96-сы ижад миҙгеленең "Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле" номинацияһына был юлы Римма Сәлмәнова лайыҡ булды. Ул шулай уҡ "Джут" әҫәрендә төп ролде башҡарыусыларының береһе. Әйткәндәй, бығаса театр һөйөүселәр Римманы драма актрисаһы булараҡ танып белһә, Айгөл Әхмәтғәлиеваның "Ул бит кисә ине" комедияһында сәхнә оҫтаһы бөтөнләй икенсе образда асылды.
Ижад миҙгелен ябыу сараһы йола буйынса СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафури һәйкәлдәренә сәскә һалыуҙан башланды. Тантанала төрлө быуын актерҙары һүҙ тотто. Ижад миҙгелен ниндәй ваҡиғалар һәм тәьҫораттар менән оҙатыуы хаҡында бүлеште. Артабан байрам театр алдында дауам итте. Ижади коллектив уҙған миҙгелгә йомғаҡ яһап, йыл дауамында тәҡдим ителгән яңы әҫәрҙәрҙән өҙөктәр сәхнәләштерҙе. Репетуарға алты спектакль өҫтәлгән. Шуларҙың береһе Айгиз Баймөхәмәтовтың "Хыялға ҡаршы" спектакле.
Шулай уҡ миҙгелдең иң сағыу еңеүе ул театр рәссамы Альберт Нестеревтың "Алтын битлек" премияһын яулауы. Был костюмдар Альберттың ижади эштәре. Театр коллективы 96-сы ижад миҙгелен Сергей Беловтың "Миң һинең ҡәйнәң булам" комедияһы менән япты. Ул да тамашасы күңеленә үтеп инде. Бигерәк тә Башҡортостандың халыҡ артисы Фидан Ғафаров башҡарған ролде театр һөйөүселәр яратып ҡабул итте.
Тулыраҡ

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb