Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры хәбәр итеүенсә, "Артмиграция" Бөтә Рәсәй форум-фестиваленең Эксперттар советы 2017 йылда фестивалдә ҡатнашыусылар исемлеген билдәләне. Йәштәрҙең театр форум-фестивале быйыл 4-се сентябрҙән 10-сы сентябргә тиклем Мәскәү ҡалаһында уҙасаҡ.
Эксперттар советы ағзалары: Дмитрий Трубочкин, Павел Руднев, Марина Корчак, Дмитрий Мозговой, Александр Вислов һәм Андрей Пронин Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән йөҙҙән ашыу заявка араһынан ете спектаклде фестивалдә ҡатнашыу өсөн һайлап алған. Шулар араһында беҙҙең театрҙың “Хыялға ҡаршы” спектакле (реж.- Ильсур Ҡаҙаҡбаев). Һайлап алынған спектаклдәр Рәсәй Федерацияһының Театр эшмәкәрҙәре союзының Театр үҙәге сәхнәһендә һәм “Боярские палаты” исемле майҙансығында күрһәтеләсәк.
Үткән йылдағы һымаҡ, быйыл да “Артмиграция” фестиваль сиктәренән сығып, тотош Йәштәр театр форумына әйләнәсәк, тип көтөлә, уның сиктәрендә мастер-класстар, тренингтар, концерттар һәм йәш тәнҡитселәрҙең лабораториялары эшләйәсәк. Спектаклдәр күрһәтелгәндән һуң артистар, тамашасылар һәм театр тәнҡитселәре ҡатнашлығында ғәҙәттәгесә фекер алышыуҙар ойоштороласаҡ.